Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮНЕСКО

Просмотров: 410

ЮНЕСКО (UNESCO — United Nations Educational, Scientific and Cultural Organization), хөкүмәт‑ара ойошма. 1945 й. асыла. Штаб‑фатиры Парижда урынлашҡан. Составына 193 ағза­дәүләт (2010), ш. иҫ. Рәсәй­ Федера­цияһы (1954 й. алып), инә. Юғары етәксе органы — Ген. конференция, башҡарма органдары — Башҡарма совет (рәйесе — РФ‑тың ЮНЕСКО эргәһендәге даими вәкиле Э.В. Митрофанова; 2009 й. алып) һәм Секретариат (ген. дир. — И.Г.Бокова; Болгария, 2009 й. алып). Төп эшмәкәрлек йүнәлештәре: ағза‑дәүләттәр проекттар эшләгәндә уларҙың сәйәсәтен билдәләү өсөн эксперт хеҙмәттәре күрһәтеү; белем алмашыу; мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм коммуникациялар өлкәһендә тикшеренеүҙәр; халыҡ‑ара акттар һәм мотлаҡ үтәлергә тейешле тәҡдимдәр әҙерләү һәм ҡабул итеү һ.б. йүнәлештәр. “Курьер ЮНЕСКО” (“ЮНЕСКО курьеры”) ж. (6 телдә, ш. иҫ. 1957 й. алып урыҫ телендә) сығара. ЮНЕСКО эштәре б‑са РФ комиссияһы (1992 й. ойошторолған; рәйесе — РФ‑тың сит ил эштәре министры С.В.Лавров) РФ‑тың башҡарма власть органдарының ЮНЕСКО м‑н хеҙмәттәшлеген тәьмин итә; инглиз һәм урыҫ телдәрендә “Вестник Комиссии Российской Федерации по делам ЮНЕСКО” (“ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй Федерацияһы комиссияһы хәбәрҙәре”) ж. нәшер итә.

1998 й. алып Башҡортостанда ЮНЕСКО эштәре б‑са БР ком‑ты эшләй. “ЮНЕСКО‑ның берләштерелгән мәктәптәре” (2000 й. алып): 14 уҡыу йорто, ш. иҫ. Аксаков ­гимназияһы ­№11, Гимназия ­№3, Дәү­ләткилдеев­ Ҡ.­ исемендәге­ һынлы­ сәнғәт гимназия‑интернаты, Иҡ­ти­сад­ лицей‑интернаты, Әлмөхә­мәтов­ Ғ.­ исемендәге­ гимназия‑интернат, ш. уҡ Комаров­ В.М. исемендәге ­балалар­ ижады­ һарайы халыҡ‑ара сертификаттар ала; “Европа контексында креатив компетенция” (2007 й. алып) халыҡ‑ара проекттары һ.б. ғәмәлгә ашырыла. 2008 й. ЮНЕСКО штаб‑фатирында Башҡор­тостандың­ Рус­ дәүләтенәҡушылыуының 450 йыллығына арналған презентация үтә. ЮНЕСКО ҡатнашлығында “Мәктәптә химия буйынса белем биреүҙе үҫтереү тенденциялары һәм инновациялары” (“Тенденции и инновации развития школьного химического образования”; 2005) халыҡ‑ара фәнни‑методик конференцияһы, “Донъя халыҡтары мәҙәниәте контексында спорттың традицион һәм халыҡ төрҙәрен үҫтереүҙә тарихи аспекттар һәм инновациялар” (“Исторические аспекты и инновации в развитии традиционных и народных видов спорта в контексте культуры народов мира”; 2007), «“Урал батыр” һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы» («“Урал‑батыр” и духовное наследие народов мира»; 2010) фәнни‑ғәмәли конференциялары, “Инновация ресурсы булараҡ Көньяҡ Уралдың тәбиғи һәм мәҙәни мираҫы” (“Природное и культурное наследие Южного Урала как инновационный ресурс”; 2009; бөтәһе лә — Өфө) Бөтә Рәсәй фәнни‑ғәмәли конференцияһы һ.б.; ЮНЕСКО ойошторолоуҙың 60 йыллығына арналған саралар, ш. иҫ. Өфөлә (2006); БР фоторәссамдарының Мысырҙа, Төркиәлә, Францияла күргәҙмәләре (бөтәһе лә — 2005) һ.б. уҙғарыла. БР делегациялары Бөтә донъя ЮНЕСКО ассоциациялары һәм клубтары федерацияһының 5‑се Бөтә донъя конгресында (Екатеринбург ҡ., 1999), “Тыныслыҡҡа ода” (“Ода миру”) Халыҡ‑ара фестивалендә (Пенглай ҡ., Ҡытай, 2007) һ.б. ҡатнаша. Респ. ҡалаларында һәм райондарында ЮНЕСКО клубтары, ӨЮИ‑ла (1996 й. алып), БДУ‑ла (2003 й. алып) ЮНЕСКО каф., БДПУ‑ла (2003 й. алып һәм 2010 й. башлап), Хеҙмәт һәм соц. мөнәсәбәттәр академияһының Башҡ‑н соц. технологиялар ин‑тында (филиалында; 2010 й. алып) ЮНЕСКО үҙәктәре эшләй.

Ө.З.Йомағужин

Тәрж.­Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019