Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮНЫСОВ Марат Сабир улы

Просмотров: 385

ЮНЫСОВ Марат Сабир улы (18.3. 1940, Мәскәү), химик. РФА акад. (2003), БР ФА‑ның почётлы акад. (2016), химия ф. д‑ры (1974), проф. (1983). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Үзбәк ССР‑ы ФА‑нда (Ташкент) эшләй: Үҫемлек матдәләре химияһы ин‑тында (1981— 90 йй. лаб. мөдире), бер үк ваҡытта 1987—89 йй. химия‑технология бүлеге акад.‑секретары вазифаһын башҡарыусы. 1990 й. алып Органик химия ин‑тында: лаб. мөдире, дир. урынбаҫары, 1994—2015 йй. дир., бер үк ваҡытта 2006—11 йй. РФА Өфө ФҮ Президиумы рәйесе. Фәнни эшмәкәрлеге биоорганик­ химия, тәбиғи­ берләшмәләр химияһы, физиол. актив берләшмәләр өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә; мед. һәм а.х. өсөн препараттар булдырыу маҡсатында уларҙың структураһын өйрәнеүгә, синтезлауға, “структура—үҙсәнлек” бәйләнешен асыҡлауға арналған. Ю. тарафынан үҫемлек сеймалынан 250‑нән ашыу алкалоид алына, 150‑нән ашыу яңы алкалоид структуралары билдәләнә, уларҙың үҙенсәлектәре өйрәнелә, 100‑гә яҡын изохинолин алкалоиды, уларҙың аналогтары, дитерпен алкалоидтары фрагменттары синтезлана. Ю. етәкс. аритмияға ҡаршы аллапинин препараты (мед. практикаһына индерелә һәм 1987 й. башлап РФ‑тың һәм Үзбәкстан Респ. фарм. сәнәғәте пр‑тиеларында етештерелә; РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының йәшәү өсөн кәрәкле һәм мөһим дарыуҙар исемлегенә индерелгән), аконитин һәм α‑бикукулин биореактивтары (Үзбәкстан Респ. ФА С.Ю.Юнысов ис. Үҫемлек матдәләре химияһы ин‑тының тәж.‑сәнәғәт производствоһында сығарыу ойошторолған) эшләнә. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 30 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Steroid Alkaloids //Natural Produkt Reports. 1990. Т.7. №6 (авторҙ.); Diterpenoid Al­kaloids //Шунда уҡ. 1991. Т.8. №5.

Ю.Б.Монаков

Тәрж.­ Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019