ЮНЫСОВ Рәшит Шәйсолтан улы
446
ЮНЫСОВ Рәшит Шәйсолтан улы (26.5.1952, Өфө), спортсы. Саңғы ярышы б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1978). БАХИ‑ны (1974), Хәрби физик культура ин‑тын (Ленинград, 1984) тамамлаған. “Урожай” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.А.Книсс). СССР (1978 — 70 км уҙышта), РСФСР (1975 — 50 км уҙышта) һәм РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1978 — 30 км уҙышта) чемп., СССР чемпионатының бронза призёры (1979 — эстафетала), СССР Ҡораллы көстәре чемп. (1979 — 30 һәм 50 км уҙышта, эстафетала), Болгарияла Халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (Пампорово ҡ.; 1974 — 30 км уҙышта). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1978—79).
Тәрж. Г.А.Миһранова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: