ЮНЫСОВА Эльвира Әхтәм ҡыҙы
ЮНЫСОВА Эльвира Әхтәм ҡыҙы (4.1.1960, Сибай ҡ.), актриса. РФ‑тың атҡ. (2007), БР‑ҙың халыҡ (1992), БАССР‑ҙың атҡ. (1989) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1983). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983; Р.В.Исрафилов курсы) БАДТ актрисаһы, бер үк ваҡытта 1987—95 йй. ӨДСИ уҡытыусыһы һәм 2008—13 йй. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре б‑са ком‑ты рәйесе урынбаҫары.
Күп яҡлы талантлы актриса. Драматик, эскерһеҙлек, ҡатын‑ҡыҙға хас йомшаҡ һөйкөмлөлөк, эске көс м‑н тулы образдар: Зәмзәгөл (“Йәйәүле Мәхмүт”, М.Кәрим; дебют, 1983), Ғәлиә (Т.Таһировтың ш. уҡ исемле повесы б‑са спектакль), Мария‑Тереза (М.Кәримдең “Ярлыҡау” повесы б‑са ш. уҡ исемле спектакль; икеһен дә Исрафилов сәхнәләштергән), Шәфәҡ (“Ай тотолған төндә”); гротеск һәм эксцентрика элементтары булған характерлы һәм комедия образдары ижад итә: Диләфрүз (“Диләфрүзгә дүрт кейәү”, Т.Ғ.Миңнуллин), Иркә (“Әстәғәфир улла!”, Н.Ғәйетбай), Стелла (“Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир”, Ф.Кроммелинк). Эгоистик, артыҡ ҡоро героиня ролдәре сәхнәләге кәүҙәләнештең аныҡлығы, типиклыҡ м‑н айырылып тора: Дилемма (“Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр”, Миңнуллин), Рәшиҙә (“Ай ҡыҙы” т/ф; “Башҡортостан” ДТРК, 2001, 2002), мисс Гнусен (К.Кизиҙың “Кәкүк ояһы” романы б‑са А.Ә.Абушахмановтың ш. уҡ исемле спектакле). Ю. ижадында Гөлнур (“Ҡанатланып ос һин, Толпарым”, Ф.М.Бүләков), Жанна (“Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр”, Я.А. Пулинович), Коринкина (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр”, А.Н.Островский), Энид [В.Аллендың “Осоп йөрөүсе лампочка” (“Парящая лампочка”) пьесаһы б‑са “Хәйерле иртә, Энид!” спектакле] һ.б. ролдәр мөһим урын биләй. “Туғанлыҡ” Халыҡ‑ара төрки телле театрҙар фестивале лауреаты (1991). БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 4‑се саҡырылыш депутаты.
Әҙәб.: Преодоление //Театральная жизнь. 1993. №11—12.
А.Ә.Балғазина
Тәрж.Г.Һ.Ризуанова