Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАРТЛЫ ПАТОГЕН МИКРООРГАНИЗМДАР

Просмотров: 402

ШАРТЛЫ ПАТОГЕН МИКРООРГАНИЗМДАР, ауырыу барлыҡҡа килтереү үҙсәнлектәре булмаған һәм һау кешелә инфекцион ауырыуҙар тыуҙыра алмаған төрлө микроб төркөмдәре (бактериялар, бәшмәктәр, иң ябайҙар, вирустар). Организмдың эске мөхитенә пассив күскәндән һуң патоген тәьҫир итә (анатомик барьерҙарҙың бөтөнлөгө боҙолғанда), дөйөм һәм урындағы иммунитет түбәнәйгәндә (һалҡын тейеү, стресс һ.б.) оппортунистик инфекцияларҙы барлыҡҡа килтерә ала. Шартлы патоген энтеробактериялар (эшерихия, гафния, морганелла һ.б.) полиэтиологик ауырыуҙар (гастроэнтерит, пневмо­ния һ.б.) үҫешенә сәбәпсе булырға мөмкин. Диагностика өсөн бактериологик тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау ме­дикаментоз (бактерияларға ҡаршы, пробиотик препараттар, бактериофагтар һ.б.). Иҫкәртеү: иммунитетты күтәреү, витаминдар, пре‑һәм пробиотик препараттар ҡулланыу һ.б. Медицина университетында 20 б. 80‑се йй. алып Proteus (З.Ғ.Ғәбиҙуллин), Morganella (Д.Т.Гашимова), Citrobacter (М.М.Тойғонов), Serratia (Р.З.Сәләхов), Enterobacter gergoviae ГИСК № 259 (М.М.Алсынбаев, Р.К. Ханнанова, А.А.Әхтәриева) төрҙәге бактериялар штамдарының, Enterobacter, Citrobacter, Serratia (Ю.З.Ғәбиҙуллин) төрҙәре бактериялар монокультураларының һәм бергә культивацияланған варианттарының биол. үҙсәнлек­тәре, Enterobacter клиник штамдарының адгезив әүҙемлеге (Т.А.Савченко, Әхтәриева), Enterobacteriacеae ғаиләһе шартлы патоген вәкилдәренең вирулентлығы, дарыуҙарға сыҙамлығы (А.К.Болғаҡов), ағыулау көсөнөң молекуляр‑генетик фактор­ҙары (А.Р.Мәүжитов) өйрәнелә.

Әҙәб.: Условно‑патогенные энтеробактерии. Уфа, 2009.

Т.А.Савченко

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019