ШАРФШТЕЙН Александр Хананович
ШАРФШТЕЙН Александр Хананович (23.2.1933, Харьков ҡ. — 22.8. 2009, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1990). Харьков ун‑тын тамамлағандан һуң (1953) ӨДАТУ‑ла, бер үк ваҡытта 1953—60 йй. Урал политехник ин‑тында (Свердловск ҡ.) һәм 1995—2000 йй. БДУ‑ла (1998—99 йй. инженерлыҡ физикаһы каф. мөдире) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре плазма физикаһына арналған. Ш. тарафынан газ хәлендәге ҡайһы бер мөхиттәрҙә атомдарҙың термик булмаған ярһыу күренеше асылған һәм тикшерелгән, түбән т‑ралы плазманың һәм ҡаты есемдәрҙең контактһыҙ пирометрияһы ысулдары һәм ҡоролмалары эшләнгән. Асыштары плазма технологияларында ҡулланыла. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Нетермическое излучение натрия в среде окиси углерода с примесями //Теплофизика высоких температур. 1966. Т.4; Оптическая пирометрия высокоскоростных потоков газа по излучению азота //Теплофизика и аэромеханика. 1994. Т.1. №1.
Г.В.Миловзоров
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов