Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАРШАУ

Просмотров: 691

ШАРШАУ, торлаҡты ир‑егет (ҡунаҡ) һәм ҡатын‑ҡыҙ (хужалыҡ) яғына бүлгән биҙәкләп һуғылған ҡорған, традицион инте­рьер элементы. Ҡыҙыл, һирәгерәк аҡ төҫтәге киндер (киңлеге 28—32 см) йәки кизе‑мамыҡ (40—50 см) туҡыманан тегелгән. Симметриялы рәсем алыу өсөн туҡыманың биҙәктәре бер‑береһенә тап килтерелгән, туҡыма ҡайма тегелгән. Шаршауҙың уртаһы биҙәкләп туҡыу ысулдары м‑н башҡарылған геом., сәскә‑үҫемлек йәки зооморф орнамент, һирәгерәк сигеү, аппли­кация м‑н биҙәлгән. Традиция б‑са кәләштең бирнәһенә ингән, туй йолалары ваҡытында бүләк ителгән. Үҙәк һәм Урта Азияның малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгән халыҡтарында таралған.

Л.Д.Хәлисова, С.Н.Шитова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019