Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮРИЧКА Юрий Иванович

Просмотров: 463

ЮРИЧКА Юрий Иванович (28.3. 1939, Украина ССР‑ының Люта а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1992), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1999), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1995), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). Ужгород ун‑тын тамамлағандан һуң (1961) Украина ССР‑ының Херсон һәм Карпат аръяғы өлк. урта мәктәптәр уҡытыусыһы. 1970 й. алып БДУ‑ның Бөрө филиалында эшләй (1980—2011 йй. педагогика каф. мөдире). Фәнни тик­шеренеүҙәре балиғ булмағандарҙың тәртип боҙоуын иҫкәртеү проблемаларына арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Диагностика и социализация личности несовершеннолетнего правонарушителя. Бирск, 1994; Девиантология: конфликты, агрессия, наркомания, лудомания, правонарушения. М., 2005 (авторҙ.); Изучение, предупреждение и разрешение конфликтов в школе. М., 2010.

Тәрж. ­Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019