Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮРКОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

Просмотров: 456

ЮРКОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Дедов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 16 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 79 км алыҫлыҡта Бөркөтлө й. (Ашҡаҙар й. ҡу­шылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 75 кеше; 1920 — 273; 1939 — 270; 1959 — 225; 1989 — 192; 2002 — 185; 2010 — 176 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1875 й. Стәрлетамаҡ­ өйә­ҙендә алпауыт Е.А.Эннатскийҙан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Тамбов губ. күсеп килгән крәҫтиәндәр Степановка исеме м‑н нигеҙ һала. 1896 й. 19 йортта 158 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һарыҡ тиреһен эшкәртеү оҫтаханаһы булған. 1907 й. башлап ер биләүсе Лашкевичтан һатып алынған ерҙәрҙә Киев һәм Подольск губ. күсеп килгән кешеләр төпләнгәндән һуң хәҙ. исем м‑н иҫәпкә алына. Н.Ғәлиев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019