ШАТИЛОВ Иван Семёнович
ШАТИЛОВ Иван Семёнович (19.1. 1917, Воронеж губ. Махровка а. — 13.1.2007, Мәскәү), агроном. В.И.Ленин ис. Бөтә Союз а.х. ф. академияһы акад. (1972), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), а.х. ф. д‑ры (1968), проф. (1965). Соц. Хеҙмәт Геройы (1987). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлағандан һуң (1944) шунда уҡ (өҙөклөк м‑н) эшләй: 1947 й. алып уҡытыусы, 1951—56 йй. баҫыусылыҡ тәж. ст. өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1960 й. башлап фәнни эштәр б‑са проректор, 1963—71 йй. ректор, 1985—91 йй. үҫемлекселек каф. мөдире. 1971 й. алып В.И.Ленин ис. Бөтә Союз а.х. ф. академияһында: 1972 й. башлап Игенселек һәм а.х. химиялаштырыу бүлексәһенең акад.‑секретары, 1976—89 йй. вице‑президент, бер үк ваҡытта 1979 й. алып Президиум рәйесе, 1985 й. РСФСР‑ҙың Дәүләт агросәнәғәт ком‑ты рәйесе урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге күп йыллыҡ мал аҙығы культураларының биологияһы, физиологияһы, биохимияһы өлкәләрендәге тикшеренеүҙәргә һәм уларҙы үҫтереү технологияларын эшләүгә, продукцион сәсеү процесының моделен әҙерләүгә һәм уның м‑н идара итеүгә арналған. Ш. — а.х. культураларының уңышын программалау теорияһына нигеҙ һалыусы. 400 фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы. Ленин (1965, 1977, 1987), Окт. Революцияһы (1973), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1961, 1971), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.
Хеҙм.: Пути интенсификации кормопроизводства. М., 1974; Агрофизические, агрометеорологические и агротехнические основы программирования урожая: принципы АСУ ТП в земледелии. Л., 1980 (авторҙ.).
Р.Р.Исмәғилев
Тәрж. А.Н.Күсеев