Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮРМАТАУ, Башҡортостан­ (Көнь­яҡ)­ Уралындағы һырт

Просмотров: 798

ЮРМАТАУ, Башҡортостан­ (Көнь­яҡ)­ Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Кесе Нөгөш й. башының киңлегенән алып Серәкәй й. (Ағиҙел й. басс.) киңлек бүлеменә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 25 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге 4—5 км, төньяҡ өлөшөнөң — 10 км тиклем, абс. бейеклеге 854 м. Бейеклеге 570—854 м булған 10‑ға яҡын түбәһе бар (Кесе Юрмаш, Юрмаш тауҙары). Рельефы тәпәш тауҙарҙан тора, йылға үҙәндә­ре һәм уйһыулыҡтар м‑н йырғыланған; битләүҙәре текә, түбәләре көмбәҙгә оҡшаған. Төньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә армыт — Оло Юрматау һырты урынлашҡан. Урта рифейҙыңюша (күмерле һәүерташтар, ҡомташтар), егәҙе‑комаров (күмерле, хлорит‑кварц­лы һәүерташтар) һәм биктимер (алевролиттар, аргиллиттар, кварцлы ҡомташтар) свиталары тоҡомдарынан ғибәрәт. Һыртта Нөгөш й. һәм уның бик күп ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафы һоро тау‑урман һәм кәҫле­көл­һыу­тупраҡтарҙағы ҡайын, ҡарағай һәм ҡарағас урмандарынан тора.

И.М.Япаров

Тәрж.­ Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019