Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАТОВ Александр Алексеевич

Просмотров: 390

ШАТОВ Александр Алексеевич (5.8. 1945, Иваново өлк. Перепечино а.), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1995), проф. (1997). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2008), уйлап табыу һәм рационализаторлыҡ отличнигы (1980), РФ‑тың почётлы химигы (2013), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1982). Иваново химия‑технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1967) “Сода” ААЙ‑нда (Стәрлетамаҡ ҡ.) эшләй: 1983 й. алып баш инженер, 1985—87 йй. ген. дир., 1988 й. — фән б‑са баш инженер урынбаҫары һәм инженерлыҡ‑аналитика идаралығы нач.; бер үк ваҡытта 1989 й. башлап СДПА‑ла уҡыта, 1995 й. — БР Стратегик тикшеренеүҙәр ин‑тының Стәрлетамаҡ филиалында лаб. мөдире. Ш. ҡатнашлығында нефть, газ скважиналарын төҙөү һәм файҙаланыу өсөн сода сәнәғәте ҡалдыҡтарын эшкәртеп тоҙ һәм тампонаж композициялары алыу ысулдары табыла; органик булмаған берләшмәләрҙе, ш. иҫ. кальций һәм натрий хлоридтарын, химик юл м‑н тондоролған аҡбур, кальций оксиды һәм гидроксиды, барий карбонаты, натрий триполифосфаты һәм гидросульфидын,ш.уҡ ҡоро төҙөлөш ҡатнашмаларын һ.б. алыу технологиялары камиллаштырыла. 260‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, 60 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең (2013) һәм БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт (2007) пр. лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Хеҙм.: Отходы производства в строительстве. Уфа, 1983; Солевые и тампонажные композиции на основе вторичных материальных ресурсов производства соды. М., 2000 (авторҙ.); Специальные тампонажные материалы для низкотемпературных скважин. М., 2002 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019