Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮРМАТЫ, башҡорт ҡәбиләһе

Просмотров: 452

 

ЮРМАТЫ, башҡорт ҡәбиләһе. Ырыу составы: ҡармыш, мишәр‑Ю., нуғай‑Ю., тәлтем, тәтегәс, юрматы. Там­ғалары: .

Этник яҡтан Волга болғарҙарына барып тоташа. “Юрматы” этнонимы болғарҙарҙа, венгрҙарҙа (ҡара: Боронғо­венгрҙар),­сыуаштарҙа билдәле. Ю. формалашыуына нуғайҙар, йәнәй,­ҡатай, ­юр­мый ҡәбиләләре мөхитендә йәшәүе йоғонто яһай. 13—14 бб. ҡәбилә Ялан Зәй һәм Шишмә йй. (Кама й. ҡушылдыҡтары) буйында урынлаша. 15 б. ҡәбиләнең төп өлөшө көньяҡ‑көнсығышҡа күсенә, унда Ағиҙел й. басс. ерҙәрҙе: Ашҡаҙар, Егән, Ҡуғанаҡ, Стәрле, Тәйрүк, Һуҡайлы, Һәләүек йй. үҙәндәрен, Нөгөш й. уң, Өршәк й. һул ярын биләй. 17 б. ҡәбиләнең бер өлөшө Кесе Уран, Туҡ йй. (Һамар й. ҡушылдыҡтары) үрге ағымына күсенә. 18 б. Ю. бөрйән,­ҡыпсаҡ,­тамъян ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың ­Рус­ дәү­лә­тенә­ ҡушылыуынан­ һуң ҡәбиләнең аҫаба  ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Нуғай­ даруғаһының­ Юрматы улусын тәшкил итә. П.И.Рычков­ мәғлүмәттәре б‑са, унда 18 б. уртаһында 521 йорт иҫәпләнгән. 18 б. аҙ. — 19 б. Ю. йәшәгән терр‑я Ырымбур­ өйәҙенә һәм ­Стәрлетамаҡ ­өйәҙенә, идара­ итеү­ҙең ­кантон­ системаһы­ осоронда 7‑се һәм 9‑сы башҡорт кантондарына (19 б. 40‑сы йй.) ҡараған. Ҡәбилә йәшәгән терр‑я хәҙ. БР‑ҙың Ғафури, Ишембай, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ һәм Фёдоровка р‑ндарына, Ырымбур өлк. Беляев, Красногвардейский һәм Новосергиев р‑ндарына, Һарытау өлк. Перелюб р‑нына инә.

Р.З.Йәнғужин

 Тәрж.­ М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019