Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАФИҠ”, оҙон көй

Просмотров: 376

ШАФИҠ”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр Ғ.З.Сөләймәнов 1938 й. БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Темәс а. А.Кәримовтан яҙып ала һәм “Башҡорт халҡ ижады” китабында (1‑се том, 1954) баҫтырып сығара, Н.Д.Шоңҡаров тарафы­нан 1965 й. Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны Беләүтамаҡ а. Я.Ф.Аҡмырҙиндан ноталар м‑н яҙып алына һәм К.Й.Рәхимов яҙмаһында “Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр” йыйынтығында (1983) баҫтырыла. Варианттарын ш. уҡ С.Ә.Галин, А.С.Ключарёв яҙып ала. Лирик‑эпик йыр. Түрәләрҙең башбаштаҡлығына ҡаршы сығыш яһаған һәм халыҡты үҙ хоҡуҡтарын яҡларға саҡырған, батша властарынан ҡасып йөрөгән, әммә тотолған һәм Себергә каторгаға ебәрелгән улус старшинаһы Шафиҡ Ишемғолов (Шафиҡ сәсән) эшмәкәрлегенә бәйле барлыҡҡа килә. “Ш.” бер вариантында текст — трагедияға шаһит булған халыҡ исеменән, башҡа вариантында урманда ҡатыны м‑н осрашҡанда йыр ижад иткән төп герой исеменән һөйләп бирелә. Йырҙа төп герой йәшәлгән ғүмере һәм тормош ҡиммәттәре т‑да уйлана. “Ш.” киң диапазонлы (яҡынса 2 окта­ва) һәм боролошло көй, ритмдарҙың төрлөлөгө һәм бай орнаментика хас. Йыр лады минор пентатоникаһына ҡоролған. Көйҙәге квинтаға түбәнәйә барған һәм үрләгән хәрәкәт йырға үҙенсәлек һәм тәьҫирлелек өҫтәй. Башҡарыусылар араһында С.Ә.Абдуллин, И.И.Дилмөхәмәтов, Ф.Ә.Килдейәрова, М.А.Ҡаҙаҡбаев бар. “Ш.” Р.В.Сәлмәнов тауыш һәм фп. өсөн эшкәртә.

Әҙәб.: Башкирское народное творчество. Т.8. Песни (дооктябрьский период). Уфа, 1995.

Г.С.Хәмитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019