ШАФИҠОВ Ғәзим Ғәзиз улы
ШАФИҠОВ Ғәзим Ғәзиз улы (1.10. 1939, Фрунзе — 29.1.2009, Өфө), яҙыусы, тәржемәсе, публицист. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1989). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1977). БДУ‑ны (1962), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1983) тамамлаған. 1962 й. алып “Ленинсы” гәз. эшләй, 1968 й. башлап БАССР МС эргәһендәге ТВ һәм радиотапшырыуҙар ком‑тында өлкән мөхәррир, 1971 й. — ТТӘИ‑лә ғилми хеҙм‑р, 1972—78 йй. БАССР Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, 1998—99 йй. “Бельские просторы” ж. баш мөхәррир урынбаҫары. “Эйәрҙә тыуғандар” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1971 й. сыға. Ш. шиғриәтенә күп ҡырлылыҡ, тәьҫирлелек, милли колорит, фольклор м‑н бәйле булыу хас. “Йырсы һабаҡ” (1979), “Шүлгәнташ йыры” (1989), “Кант формулаһы” (1996) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. Ш. прозаһы башҡорт халҡы тарихының драматик биттәрен художестволы тикшереүгә арналған. “Атыу” (1999) романында Урал аръяғы башҡорттарының продразвёрсткаға һәм большевистик террорға ҡаршы баш күтәреүе сағылдырылған. “Сыңғыҙ хан күләгәһе” (2007) романында башҡорт халҡының 12—13 бб. тормош панорамаһы һүрәтләнгән. “Дәүерҙең намыҫы һәм ҡорбандары” (1991), “Ҡабырғаға ҡаҙалған ырғаҡтар” (1993), “Тарихтың ҡыҙыу һулышы” (1998) йыйынтыҡтарына ингән очерк һәм мәҡәләләре Башҡортостан тарихында ҙур роль уйнаған кешеләргә, сәйәси репрессиялар ҡорбандарына арналған. Ш. әҫәрҙәре башҡорт теленә тәржемә ителгән. Ш.Бабич, З.А.Биишева, К.К.Кинйәбулатова, Т.Ҡарамыш, М.И.Өмөтбаев, Салауат Юлаев һ.б. әҫәрҙәрен, “Аҡбуҙат”, “Урал батыр”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Юлай менән Салауат” эпостарын, “Башҡорт халыҡ ижады” (урыҫ телендә) баҫмаһына ингән легендаларҙы, әкиәттәрҙе, бәйеттәрҙе, әйтемдәрҙе, мәҡәлдәрҙе һ.б. урыҫ теленә тәржемә итә. “Һәҙикән” (“Хадия”; 1990; реж. Р.Х.Нуруллин), “Зәки Вәлиди Туған” (“Заки Валиди Тоган”; 1992; реж. Ә.Ғ.Абдразаҡов), “Ташта минең ҡуйы ҡаным...” (“На камне кровь моя густая...”; 1994; реж. М.Н.Яҡшымбәтов, бөтәһе лә — “Башҡортостан” ДТРК) документаль‑публицистик фильмдар сценарийҙары авторы. “Операция” (1982), “Ҡара юрға” (1998), “Атилла” (2002), “Урал батыр” (2006) һ.б. пьесалары Башҡорт драма театрында, Урыҫ драма театрында, БР‑ҙың башҡа театрҙарында, РФ һәм сит ил театрҙарында ҡуйылған. Ш. шиғырҙарына Н.Ә.Дауытов, Р.М.Хәсәнов һ.б. комп. тарафынан йырҙар, кантаталар, ораториялар, романстар яҙылған. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (1992), С.Чекмарёв ис. (1989), Һ.Дәүләтшина ис. (1992), Аҡмулла ис. (1995), Р.Ғарипов ис. (1998) пр. лауреаты. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2004). Өфөлә урамға Ш. исеме бирелгән.
Әҫәрҙ.: Старик в ночи: повести, рассказы, очерки. Уфа, 2004; Избранное: в 2 т. Уфа, 2009—2011.
И.Л.Кинйәбулатов
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов