Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАФИҠОВ Таймаҫ Шафиҡ улы

Просмотров: 365

ШАФИҠОВ Таймаҫ Шафиҡ улы (19.2.1899, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Ҡуйһары а., хәҙ. Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны Оло Ҡуйһары а., — 1947), дәүләт эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1931—33 йй. Соц. игенселек акад. уҡыған (Мәскәү). 1919 й. февр.—июнендә Рус армияһында, 1919—22 йй. Ҡыҙыл Армияла. 1922 й. алып Ҡуйһары ауыл советы рәйесе, 1924 й. башлап Мөхәмәтҡолой улус башҡарма ком‑ты рәйесе, 1926—28 йй. Арғаяш кантоны башҡарма ком‑ты рәйесе урынбаҫары, адм. бүлек нач., бер үк ваҡытта ВКП(б)‑ның кантон ком‑ты бюроһы ағзаһы. 1929—31 йй. Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты рәйесе, 1933 й. алып БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Хоҙайбирҙе МТС‑ында сәйәси бүлек нач., һуңынан директор. 1937 й. сент. ҡулға алына. Иреккә сығарылғандан һуң (1939) Арғаяш р‑нының Мөхәмәтҡолой МТС‑ында участка агрономы, дир. урынбаҫары, дир., Әйбәт а. колхоз рәйесе, мал әҙерләү базаһы мөдире булып эшләгән.

Ғ.Д.Ирғәлин Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019