Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮРМАТЫ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

Просмотров: 485

ЮРМАТЫ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Пугачёв а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 53 км һәм Мәләүез т. юл ст. Көнб. табан 37 км алыҫлыҡта Үләй й. (Һуҡайлы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 856 кеше; 1920 — 675; 1939 — 511; 1959 — 574; 1989 — 604; 2002 — 748; 2010 — 749 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Стәрлетамаҡ­ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Яңы Юрматы исеме м‑н нигеҙ һала. Исеме “юрматы” этнонимынан (ҡара: Юрматы) алынған. 1865 й. 72 йортта 471 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Уч‑ще, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019