Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮРМАТЫ КАНТОНЫ

Просмотров: 535

ЮРМАТЫ КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында Бәләкәй ­Башҡортостан ­составында ойошторола. Кантонға Стәрлетамаҡ­ өйәҙенең 20 улусы инә. Төньяҡта — Табын­ кантоны, көнсығышта — Тамъян‑Ҡатай­ кантоны ­һәм Бөрйән‑Түңгәүер­ кантоны, көньяҡта — Ҡыпсаҡ ­кантоны­ һәм Ете­ ырыу­ кантоны, көнбайышта Өфө­ губернаһы­ һәм Ырымбур­ губернаһы­ м‑н сиктәш булаАдм. үҙәге — Петровск а. (1919 й. 29 нояб. алып Воскресенск а.). Майҙаны — 6313,1 км2. Халҡы 1920 й. — 94974 кеше. Верхотор суйын ҡойоу һәм ҡоро ағас ҡыуыу з‑дтары, Воскресенск механика з‑ды, 2 тирмән эшләгән. 87 1‑се баҫҡыс мәктәп; 2 дауахана һәм 3 фельдшер пункты; 22 китапхана, 6 уҡыу өйө, халыҡ театры булған (1922). 1922 й. 5 окт. кантон бөтөрөлә, терр‑яһы (Аҙнай, Айгөл, Аллағыуат, Арыҫлан, Бошман‑Ҡыпсаҡ, Верхотор, Воскресенск, Гәрә‑Ҡыпсаҡ, Ергән, Илсек‑Тимер, Ҡармыш, Маҡар, Петровск, Татьяновка улустары) БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ ­кан­тоны составына инә.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж.­М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.06.2023