Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАХТЁР", стадионы

Просмотров: 384

“ШАХТЁР”, Күмертау педагогия колледжы стадионы. Күмертау ҡ. урынлашҡан. 1956 й. “Башкируголь” пр‑тиеһының “Ш.” стадионы булараҡ асыла, 1996 й. хәҙ. статусын ала. 2 футбол майҙаны (100×67, 102×65 м), еңел атлетика йүгереү юлы (400 м), трибуналары (3400 урын), бейеклеккә һәм оҙонлоҡҡа һикереү өсөн секторҙары, саңғы базаһы, хок­кей майҙансығы бар. “Ш.” базаһында боҙҙағы мотоуҙыштар, еңел атлетика, мотокросс, саңғы ярышы, футбол секция­лары эшләй. Стадионда футбол б‑са БР чемпионаттары (1956—2007), үҫмерҙәр араһында СССР беренселегенең ярым фина­лы (1967), “Б” класында СССР чемпионаттары (1968—69), урыҫ лаптаһы б‑са ҡатын‑ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионаты (2005), боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са БР кубогы этаптары (2008, 2010) үткәрелә.

Д.А.Пьянов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.01.2020