Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАҺАПОВ Владислав Шәйхуләғзәм улы

Просмотров: 478

ШАҺАПОВ Владислав Шәйхуләғзәм улы (17.3.1948, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Яңы Ҡото а.), механик. БР ФА акад. (2012), физика‑матем. ф. д‑ры (1989), проф. (1993). МДУ‑ны тамамлаған (1971). 1974 й. алып БДУ‑ла эшләй, 1984 й. — СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Физика һәм матем. бүлегендә өлкән ғилми хеҙм‑р. 1988—96 йй. РФА Себер бүлексәһе ФҮ‑нең Күп фазалы системалар механикаһы ин‑тында (Төмән ҡ.) лаб. мөдире. 1995 й. башлап Механика ин‑тында (Өфө) баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1996 й. алып СДПА‑ла уҡыта, 2001 й. башлап шунда уҡ, 2004 й. — БДУ‑ның Бөрө филиалында ғәмәли матем. һәм механика каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре күп фазалы системалар механикаһына, математик мо­дель әҙерләүгә арналған. Ш. тарафынан ҡайнаусы шыйыҡсаның акустикаһы һәм тотороҡлолоғо; скважиналарҙы һәм үткәргес торбаларҙы акустик зондлау; күҙәнәкле мөхиттәрҙә, үткәргес торбаларҙа һәм һыуҙа газ барботажы ваҡытында газ гидраттарының барлыҡҡа килеүе һәм тарҡалыуы; торба һымаҡ мейестәр, нефть һәм газ скважиналары һәм үткәргес тор­балар склерозы; ҡала каньонында, туннелдәрҙә һәм ябыҡ биналарҙа техноген шартлауҙар; атмосферала һәм Ер өҫтө буйлап газ‑шыйыҡса ташландыҡтарының таралыуы теориялары уйлап табыла; ҡыуыҡлы шыйыҡсаларҙа ике үлсәмле һыҙыҡлы булмаған һәм детонация тулҡындары динамикаһының теоретик нигеҙҙәре һ.б. булдырыла. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы. Башҡ‑н комсомолы пр. лауреаты (1978).

Хеҙм.: Динамика образования и разложения гидратов в системах добычи, транспортировки и хранения газа. М., 2016 (авторҙ.).

С.Ф.Урманчеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019