Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАҺМАНОВ Тәлғәт Ғиндулла улы

Просмотров: 606

ШАҺМАНОВ Тәлғәт Ғиндулла улы (6.5.1959, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Оло Моҡас а.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2006). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1982) Мәләүез р‑ны мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1987 й. алып “Совет Башҡортостаны” гәз. хәбәрсеһе, 1990 й. — Мәғарифта милли мәсьәләләр ин‑тының Башҡ‑н филиа­лы, 1993 й. — “Аҡбуҙат” ж. хеҙм‑ре, 1994 й. — Күмертау ҡ. халыҡ мәғарифының ҡала бүлеге методисы; 1995 й. башлап Күмертау ҡ. 3‑сө Башҡорт респ. гимназия‑интернатында эшләй (1998 й. тиклем дир. урынбаҫары). 2001 й. алып “Ҡыҙыл таң” гәз. үҙ хәбәрсеһе; 2002 й. башлап “Куюргаза” гәз. мөхәррир урынбаҫары, 2005 й. — “Юшатыр” гәз. дир.—баш мөхәррир урынбаҫары, 2008 й. мартынан бүлек мөдире, апр. алып яуаплы секретарь. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә башҡорт халҡының тарихы, этнографияһы, фольклоры б‑са мәҡәләләр, башҡорт теленең проблемалары м‑н сығыш яһай. “Шәғәле Шаһман нәҫеле” (2007) китабы Шәғәле Шаҡман бейгә арналған, Ш. шул нәҫелгә ҡарай. 5—6 кластар өсөн Башҡортостан мәҙәниәте б‑са дәреслектәр авторҙашы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2007).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019