Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШВАЙШТЕЙН Михаил Ефимович

Просмотров: 385

ШВАЙШТЕЙН Михаил Ефимович (Моисей Хаимович; 2.10.1936, Витебск ҡ.), скрипкасы, педагог. Проф. (1993). БР‑ҙың халыҡ (1995), БАССР‑ҙың атҡ. (1972) артисы. Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1959; М.Б.Питкус класы) БДОБТ оркестры солисы, 1962 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында, 1972—2001 йй. ӨДСИ‑лә (1987 й. башлап ҡыллы ҡоралдар каф. мөдире), 2002—08 йй. А.Г.Шнитке ис. Мәскәү музыка ин‑тында уҡыта. Ш. башҡарыу сәнғәте тауыш нәфислеге, нескәлек, юғары техник оҫталыҡ, тәьҫирлелек м‑н айырылып тора. Репертуарына классик һәм хәҙ. музыканың яңғыҙ, ан­самбль һәм оркестр м‑н башҡарылған әҫәрҙәре, ш. иҫ. Л.Бетховен, Г.Ф.Гендель, Э.Григ, В.А.Моцарт, С.С.Прокофьев, П.И.Чайковский, Д.Д.Шостакович һ.б. әҫәрҙәре инә. А.Х.Ғабдрахманов, З.Ғ.Исмәғилев, Р.Ә.Мортазин, Н.Ғ.Сабитов, Х.Ф.Әхмәтовтың скрипка өсөн яҙылған әҫәрҙәрен тәүге башҡарыусы. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. БАССР сәнғәте һәм мәҙәниәте (Ленинград, 1970), Ҡарағалпаҡ АССР‑ында БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте (Нуҡус, 1976), Сыуаш АССР‑ында БАССР мәҙәниәте (1981) көндәрендә ҡатнаша. Уҡыусылары араһында БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре Ф.Б.Ситдиҡова, БР‑ҙың атҡ. артисы А.В.Воронин бар. 10‑ға яҡын фәнни‑методик хеҙмәт, скрипка һәм ансамбль көйҙәре, башҡорт композиторҙары әҫәрҙәренең башҡарма редакциялары авторы.

Әҙәб.: Зинов В. Михаил Швайштейн. Уфа, 1997.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019