Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШЕВЕРЛЕ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 335

ШЕВЕРЛЕ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Семёнкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 26 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Түрҫәгәҙе й. (Ауырғазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 422 ке­ше; 1920 — 498; 1939 — 434; 1959 — 406; 1989 — 382; 2002 — 362; 2010 — 360 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1760 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Сембер өйәҙе Дрожжановский Куст а. һәм Зөйә өйәҙе Тени а. яңы суҡындырылған сыуаштары Үрге Түрҫәгәҙе исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Мәҫәле‑Еранский, Себенле, Түрҫәгәҙе, Шишмә булараҡ билдәле булған. 1795 й. 111 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 40 йортта — 252 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сиркәү-мәхәллә мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019