Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШЕВЧЕНКО Тарас Григорьевич

Просмотров: 376

ШЕВЧЕНКО Тарас Григорьевич (25.2.1814, Киев губ. Моринцы а. — 26.2.1861, С.‑Петербург), украин яҙыусыһы, рәссам. “Катерина” (1838), “Гайдамактар” (“Гайдамаки”; 1841), “Неофиттар” (“Неофиты”; 1857) поэмалары, “Кобзарь” (1840) шиғырҙар йыйынтығы, “Назар Стодоля” (1843) драмаһы, “Кенәз ҡатыны” (“Княгиня”; 1853), “Музыкант” (1854—55), “Рәссам” (“Художник”; 1856) повестары һ.б. авторы. Ш. ижадына хислелек, халыҡсанлыҡ, гуманизм, реализмдың революцион ро­мантизм м‑н бергә ҡушылыуы хас. Ш. рәсем сәнғәте украин сәнғәтенең реалистик йүнәлешенә башланғыс бирә. 1847 й. Кирилл һәм Мефодий йәмғиәте (яҙыусы уның ағзаһы була) таратылғандан һуң ҡулға алына; “Өс йыл” (“Три года”; 1843— 45) йыйынтығына ингән крепостной хоҡуҡҡа ҡаршы яҙылған шиғырҙары өсөн Ырымбур айырым корпусына һалдат хеҙмәтенә ебәрелә, унда 1857 й. тиклем була. Ырымбур ҡ., Орск ҡәлғәһенә, 1850 й. алып Мангышлак ярымутрауының Яңы Петровка нығытмаһына һөргөнгә ебәрелә. 1848 й. Ш., рәссам булараҡ, Арал диңгеҙен тикшереү б‑са экспедиция составына, 1851 й. Ҡаратау һыртына геол. экспедиция составына инә. Ш. әҫәрҙәре башҡорт теленә М.Кәрим, Х.Кәрим, С.Кулибай, М. Сөндөклө һ.б. тарафынан тәржемә ителгән. Ҡ.Аралбайҙың “Тарас менән Ҡарас” (1989; урыҫса тәржемәһе “Тарас и Карас”) поэмаһы Ш. һәм башҡорт батыры Ҡарасҡа арналған. 1996 й. алып “Кобзарь” Башҡортостан украиндарының респ. милли‑мә­ҙәни үҙәге М.А.Шолохов ис. Мәскәү гуманитар ун‑тының Өфө филиалы м‑н берлектә йыл һайын “Шевченко көндәре” (“Шевченковские дни”) респ. фестивален үткәрә. Ш. исеме Өфөнөң Украин милли йәкшәмбе мәктәбенә, Күмертау, Мәләүез, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡҡ. урамдарға бирелгән.

Әҫәрҙ.: Шиғырҙар. Өфө, 1961.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019