Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШЕВЧУК Юрий Юлианович

Просмотров: 676

ШЕВЧУК Юрий Юлианович (16.5. 1957, Магадан өлк. Ягодный ҡсб), музыкант, йырҙар авторы. БР‑ҙың халыҡ артисы (2003). БДПИ‑ны тамамлаған (1980). “ДДТ” рок төркөмөн ойоштороусы һәм уның лидеры (Өфө, 1980). 1984 й. алып Чере­повец, Свердловск, Мәскәү ҡҡ., 1985 й. — С.‑Петербургта эшләй. 1995 й. башлап автор йыры жанрында яңғыҙ башҡарылған акустик концерттар ойоштора. Ш. ижадының төп темалары — гражданлыҡ, патриотлыҡ лирикаһы, соц. са­тира һәм протест.

Ш. киң популярлыҡ яулаған йырҙары араһында “Ағиҙел” (“Белая река”), “Һуңғы көҙҙә” (“В последнюю осень”), “Атма” (“Не стреляй”), “Актриса Яҙ” (“Актриса Весна”), “Көҙ” (“Осень”) һ.б. бар. “Боҙлоҡ дәүере” (“Ледниковый период”), “Во­вочка” һәм “Офицер әфәнделәр” (“Господа офицеры”) фильмдарына йырҙар авторы. Хәрби хәрәкәттәр барған ерҙәрҙә сығыш яһай: Чечня (1995), Тажикстан (1996), Белград (1999), Косово (2000), Афғанстан (2002). Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә (Австралия, АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Япония һ.б.) гастролдәрҙә була. К/ф уйнаған ролдәре: Иван Хри­стофоров (“Рух көнө” — “Духов день”, “Ленфильм” к/ст, 1990), Александр Сергеевич [“Вовочка”, “Яҡтылыҡ” (“Свет”) к/ ст, 2002]. “Алҡыш” (“Овация”) Милли Рәсәй муз. пр. (С.‑Петербург, 1994), “Триумф” Рәсәй ирекле пр. (Мәскәү, 2007) лауреаты.

Әҙәб.: Хакимов Р. “ДДТ” — наша общая юность. М., 2007.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019