Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШЕИН Пётр Александрович

Просмотров: 401

ШЕИН Пётр Александрович (9.8. 1941, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Буғабаш а. — 17.8.2008, Өфө), режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2000), РСФСР‑ҙың (1989) һәм БАССР‑ҙың (1979) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте от­личнигы (1982). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). Бөтә Союз үҙәк проф. союздар советының Юғары проф. мәктәбен тамамлағандан һуң (Ленинград, 1966; А.И.Кацман курсы) “Арланнефть” НГДУ‑һының Техника йорто (Нефтекама ҡ.) дир., режиссёры. 1981 й. алып “Нефтсе” мәҙәниәт һарайының дир., 2003 й. — баш реж., 2004 й. — Актёрҙар йортоноң баш администраторы, художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1983 й. башлап ӨДСА‑ла, 2005 й. — Көнсығыш иҡт.‑юридик гумани­тар акад. уҡыта һәм бер үк ваҡытта Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар з‑дының Мәҙәниәт һәм техника һарайындағы халыҡ театры етәксеһе.

Сағыу талантлы режиссёр, халыҡ театрҙары сәнғәте вәкилдәренең береһе. Образ өҫтөндә эшләгәндә төп әһәмиәтте һәүәҫкәр актёрҙың персонаждағы холоҡ һыҙаттарын, уның ҡылыҡ мотивтарын дөйөм анализ м‑н тулыландырып төшөнөүенә биргән. “Нефтсе” мәҙәниәт һарайының халыҡ театрында (ҡара: Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм кон­струкциялар з‑дының Мәҙәниәт һәм техника һарайындағы Халыҡ театры) “Өсөнсө быуын” (“Третье поколение”, Н.И.Мирошниченко), “Анна Снегина” (С.А.Есениндың ш. уҡ исемле поэмаһы б‑са спектакль), “Гераклдың етенсе батырлығы” (“Седьмой подвиг Геракла”, М.М.Рощин), “Иисустың әсәһе” (“Мать Иисуса”, А.М.Володин), “Король уйындары” (“Ко­ролевские игры”, Г.И.Горин), “Иҫкә алыу доғаһы” (“Поминальная молитва”, Шолом‑Алейхем әҫәрҙәре б‑са Гориндың пьесаһы) һ.б. спектаклдәр ҡуйған. 1994 й. “Башҡа театр” ойоштора, уның өсөн мәҙәниәт һарайының бәләкәй сәхнәһендә камерный һәм эксперименталь формалағы спектаклдәр ҡуя: “Ултырғыстар” (“Стулья”, Э.Ионеско), “Ресторан янында торам — кейәүгә һуң, үлергә иртә” (“Я стою у рестора­на — замуж поздно, сдохнуть рано”, Э.С.Радзинский), “Джин уйнау” (“Игра в джин”, Д.Кобурн) һ.б. спектаклдәр. Башҡорт драма театры сәхнәһендә Ш. ҡуйған “Атилла” (Ғ.Ғ.Шафиҡов пьесаһы) спектакле фәлс., эпик яңғыраш м‑н һуғарылған (2002). Бик күп респ. байрамдары һәм тантаналары режиссёры. Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты (1988).

А.Ә.Балғазина

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019