Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘБДЕЛЙӘЛИЛ МӘҠСҮТОВ

Просмотров: 663

ӘБДЕЛЙӘЛИЛ МӘҠСҮТОВ (1741 й. тирәһе – 1811 й. һуң), Өфө провинцияһы мишәрҙәре һәм хеҙмәтле татарҙарынан Уложенный комиссия депутаты. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы. Мишәр. 1767 й. Туҡтамыш Ишбулатов һ.б. депутаттар м‑н берлектә властан артыҡ файҙаланғаны өсөн Өфө провинцияһы воеводаһы И.В.Спиридовты вазифаһынан төшөрөү т‑да Сенатҡа үтенес ебәрә. Комиссияға исламға ирекле табыныу, татар һәм мишәрҙәрҙе ҡайһы бер пошлиналарҙан азат итеү, Ырымбур сик һыҙығында хеҙ­мәт иткән өсөн түләү индереү, эшселәр яллауға рөхсәт биреү һ.б. т‑да наказдар тапшыра. Депутаттарҙың ирекле сауҙа, казак старшинаһына крепостнойҙарҙы һатып алырға рөхсәт биреү т‑да тәҡдимдәрен хуплай. “Аҫыл һөйәктәр проекты”н тикшергәндә эҙмә‑эҙлекһеҙ позиция биләй. Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда Ҡазан даруғаһы, Нуғай даруғаһы һәм Уҫы даруғаһында һуғыштарҙа ҡатнаша. 1774 й. яҙында хөкүмәт ғәскәрҙәре яғына сыға. Ихтилалда ҡатнашҡаны өсөн 1775 й. депутат дәрәжәһенән мәхрүм ителә. 

Әҙәб.: Г в о з д и к о в а И.М. Башкортостан накануне и в годы Крестьянской войны под предводительством Е.И.Пугачёва. Уфа, 1999; В а с и л ь е в И.М. Податное и военно‑служилое население Башкирии по наказам в Уложенную комиссию 1767 г.: в 2 ч. Уфа, 2000.

И.М.Васильев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019