Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘБДЕЛКӘРИМ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 800

ӘБДЕЛКӘРИМ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Әбделкәрим а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 43 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 83 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлаш­ҡан. Халҡы: 1900 й. — 218 кеше; 1920 — 374; 1939 — 240; 1959 — 305; 1989 — 465; 2002 — 465; 2010 — 425 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельд­шер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған (уның улы Әбүбәкер Әбделкәримов билдәле). 1866 й. 49 йортта 332 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш.уҡ 7 һыу тирмәне теркәлгән. Х.Ғ.Ғәбитов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019