Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШЕМӘК, Өфө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 395

ШЕМӘК, Өфө р‑нындағы ауыл, Шемәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 47 км һәм Алкин т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта Шемәк й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1399 кеше; 1920 — 1833; 1939 — 1309; 1959 — 836; 1989 — 322; 2002 — 351; 2010 — 428 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, амбулатория, клуб, мәсет, сиркәү бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаршын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һалған, тип фараз ителә, 1738 й. алып билдәле. Шулай уҡ Казанское, Казанка булараҡ теркәлгән. 1865 й. 132 йортта 884 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, ағас әйберҙәр эшләү м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү (1848 й. төҙөлгән), уч‑ще, 2 ел тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, шарап, һыра һәм 3 бакалея ки­бете, мөгәзәй, Н.А.Глуховаға һәйкәл теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. В.И.Ивушкин, В.Ф.Назаров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019