ШЕФЕР Дэниел Эван
ШЕФЕР Дэниел Эван (27.8.1964, Чикаго ҡ., АҠШ), америка тарихсыһы. Филос. д‑ры (1995), проф. (2002). Вашингтон ун‑тын тамамлаған (Сент‑Луис ҡ., 1985). 1996 й. алып Бельмонт ун‑тында (Нашвилл ҡ.). Фәнни тикшеренеүҙәре 1917—25 йй. Урал‑Волга буйында совет милли сәйәсәтенә, ш. иҫ. БАССР һәм ТАССР‑ҙы ойоштороу проблемаларына; М.‑Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев эшмәкәрлегенә арналған. 10‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Реализация советской национальной политики на местах и образование автономной Республики Башкортостан (1919—1920 гг.) //Ватандаш. 2003. №2; Возникновение границы между Татарстаном и Башкортостаном (1920—1922 гг.) //Башкирия/Башкортостан: пространство, политика, механизмы выживания. Уфа, 2010.
И.В.Күсемов
Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев