Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘБДЕЛМӘМБӘТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

Просмотров: 692

ӘБДЕЛМӘМБӘТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Хәлил а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.28 км һәм Әлмөхәмәт т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 313 кеше; 1920 — 377; 1939 — 334; 1959—301;1989 — 464; 2002 — 514; 2010 — 576 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер­акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҡарағай‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған (уның улы зауряд‑хорунжий Яманғол Әбделмәмбәтов билдәле). Шулай уҡ Һарт, Ҡыҙыл Һарт һәм 1‑се Ә. булараҡ билдәле булған. 1795 й. 46 йортта 253 кеше йәшәгән, 1866 й. 25 йортта — 145 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет, 3 һыу тирмәне теркәлгән. Т.Р.Зөлҡәрнәев ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019