Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘБДЕЛМӘНОВ Илшат Ғаяз улы

Просмотров: 395

ӘБДЕЛМӘНОВ Илшат Ғаяз улы (15.6.1941, БАССР‑ҙың Хәйбулла районы Оло Әбеш а. — 25.7.2007, Мәскәү ҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (1995). Мәскәү тау институтын тамамлаған (1967). 1959—61 йй. Силәбе өлкәһенең Вишневогорск рудник идаралығында һәм Салауат ҡ. 18‑се комбинатында, 1971 й. алып ГДР‑ҙа эшләй. 1976—90 йй. Мәскәү геология‑разведка институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, лаборатория мөдире, 1990—91 йй. һәм 1994 й. башлап “Экогеоцентр” ғилми‑производство үҙәге директоры, бер үк ваҡытта “Металинк” ЯСЙ директоры, 1991 й. алып “Наука” Рәсәй концернының (Мәскәү ҡ.) генераль директоры урынбаҫары, генераль директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре экологик хәүефһеҙлекте иҫәпкә алып мәғдәндәрҙән уранды һ.б. металдарҙы ер аҫтында шыйыҡса менән иретеп сығарыу технологияһын уйлап табыуға арналған. Ә. тарафынан ер аҫтында шыйыҡса менән иретеп сығарыу процесын контролдә тотоу һәм һыулы мәғдән горизонттарын экологик яҡтан реабилитациялау ысулдары һәм саралары эшләнгән.

Хеҙм.: Комплексы подземного выщелачивания. М., 1992 (авторҙ.); Подземное выщелачивание полиэлементных руд. М.,1998 (авторҙ.); Горно‑химическая технология добычи урана. М., 2001 (авторҙ.).

Э.М.Юлбарисов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.08.2022