Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИБАЕВА Вера Михайловна

Просмотров: 654

ШИБАЕВА Вера Михайловна (16.2. 1949, Свердловск өлк. Привокзальный ҡсб — 20.11.2000, Өфө), биҙәү‑ҡулланма сәнғәте рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). 1985—88 йй. М.И.Калинин ис. Мәскәү художество‑сәнәғәт уч‑щеһының Өфө фи­лиалында уҡыған.

1980 йй. алып нәфис текстиль сәнғәтенең төрлө техникаһында эшләй. Ш. ижады БР‑ҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә текстиль пластикаһын һәм ҡорамалы тегеүҙе интенсив үҫтереүгә булышлыҡ итә. Уның әҫәрҙәренә символизм, баҙыҡ тондар (“Байрам” панноһы, “Болоттар” диптихы; икеһе лә — 1996, ҡорамалы тегеү) һәм төҫтәр (“Ҡыш” триптихы, 1990; “Көҙгө көн” панноһы, 1992; икеһе лә — текстиль рельефы), мифологияға (“Мәжүси ҡояш” триптихы, коллаж; “Мәжүси аллалар”, аппликация; икеһе лә — 1992; “Яҙһылыу” япмаһы, 1991), ҡатын‑ҡыҙ кейемен биҙәүҙә халыҡ традицияларына мөрәжәғәт итеү (“Июль” күлдәге, 1989; “Бантиктар” комплекты, 1991; бөтәһе лә — ҡорамалы тегеү; ҡара: Кейемдең һыҙмаһын һәм моделен әҙерләү сәнғәте) хас. Нәфис ҡурсаҡ сәнғәте, художестволы фотография өлкәләрендә эшләгән. 1989 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1992, 1994, 1996). Эштәре БДХМ‑да, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Профессиональное декоративно‑прикладное искусство Башкортостана: кат. 1‑й респ. выст. /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1997; Янбухтина А.Г. Декоративное искусство Башкортостана. ХХ век: от тамги до авангарда. Уфа, 2006.

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019