Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИҒРИӘТ

Просмотров: 440

ШИҒРИӘТ, башҡорт шиғриәте. Башҡорт фольклоры, боронғо төрки әҙәбиәте һәм урта быуаттар төрки әҙәбиәте ҡомартҡылары [Йософ Баласағуниҙың “Ҡотаҙғу белек”, Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуану лөғәт әт-төрк”, Әхмәт Йүгнәкиҙең “Һибәт әл‑хаҡаиҡ” (“Хәҡиҡәт бүләктәре”), Ҡол Ғәли, Ҡотб, Харәзми, С.Сараи, Хөсәм Кәтиб һ.б. поэмалары һәм дастандары] нигеҙендә үҫешкән. 15—16 бб. — йырауҙар ижады, 17—18 бб. ҡобайыр жанрында шиғри оҫталыҡ мәктәбен булдырған сәсәндәр (Байыҡ Айҙар, Буранбай сәсән, Ҡобағош сәсән, Мәхмүт сәсән һ.б.) сәнғәте үҫешә. 18 б. 2‑се ярт. ти­клем Ш. ауыҙ-тел әҙәбиәте сиктәрендә үҫешә. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәт традицияларын үҙ эсенә алған Салауат Юла­ев ижады Ш. үҫешен яңы баҫҡысҡа күтәрә. 19 б. 1‑се ярт. Ш. суфыйсылыҡтың идея‑эстетик ҡараштары өҫтөнлөк итә. Ш.Зәки, Ә.Ҡарғалы, Ғ.Соҡорой, Һ.С.Сәлихов, Т.Ялсығол әҫәрҙәрендә дини‑мистик кәйефтәр м‑н бер рәттән осорҙоң ре­аль һыҙаттары сағылыш таба. 19 б. 2‑се ярт. Ш. мәғрифәтселек идеялары м‑н һуғарыла, уның билдәле вәкилдәре булып Аҡмулла һәм М.И.Өмөтбаев иҫәпләнә. 20 б. башы Ш. үҫеше Ш.Бабич, М.Ғафури, Х.Ғ.Ғәбитов, Я.Ғ.Йомаев, Ф.К.Туйкин, С.С.Яҡшығолов исемдәре м‑н бәйле, уларҙың ижадтарында башҡорт халҡының батырлығы һәм патриотиз­мы, колониаль иҙеүгә ризаһыҙлығы сағылыш таба. Октябрь революцияһынан һуң Ш. лирик “мин” одалағы “беҙ” м‑н ҡыҫырыҡлап сығарыла; Ш. жанр төрлөлөгө м‑н характерлана (лирик шиғырҙарҙан алып йырҙарға тиклем; С.Ҡудаш, Б.Ишемғол, Т.Йәнәби ижады). 20—30‑сы йй. шағир шәхесенең бер яҡлылығында, тура һүҙлелегендә ошо йылдарҙа көслө пропагандаланған революцион максимализм, тойғолар аскетизмы сағыла. 30‑сы йй. башҡорт әҙәбиәте яңы жанрҙар үҙләш­терә: баллада, ода, поэма, сонет (Б.Бикбай, С.Кулибай, Ғ.Сәләм, М.Тажи, М.Хәй һ.б. ижады). Б.В. һуғышы осоронда Ш. гражданлыҡ һәм публицистик пафос м‑н һуғарыла һәм башлыса агитацион‑саҡырыу характерында була. Мәктүб — шиғыр‑саҡырыу формаһы популярлаша (М.Кәрим, Р.Ниғмәти, М.Харис һ.б). Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ш. оптимизм, декларативлыҡ һәм риториклыҡ өҫтөнлөк итә. 50‑се йй. уртаһында йыр жанры әүҙем үҫешә. Ҡ.Даян, М.Кәрим, Н.Нәжми ижадында лириканың төрлө формалары киң ҡулланыла. Балладала, мәҫәлдә, элегияла, сюжетлы шиғырҙа, циклдарҙа һ.б. лирик һәм эпик башланғыстарҙың ҡушылыуы күҙәтелә (Т.Арыҫлан, Б.Бикбай, Ш.Бикҡол, Ғ.Ғүмәр, С.Кулибай, М.Сөндөк­лө һ.б.). 60‑сы йй. башынан Ш. публицистика — лиризм, йәмғиәт шәхес м‑н яҡынлаша, полифония көсәйә. Ҡәтғилеккә алмашҡа эҙләнеүҙәр һәм икеләнеүҙәр аша хәҡиҡәтте танып белеү, кеше ғүмеренең фанилығы, заман алдында шәхестең яуаплылығы т‑дағы уйланыуҙар килә (Ә.Ҡ.Атнабаев, Р.Й.Ғарипов, А.Игебаев, Т.Й.Йосопов, М.Н.Кәримов, Р.С.Назаров, Р.Ә.Сафин һ.б.), йәшерен мәғәнә, ишара, символика, шартлылыҡ әһәмиәткә эйә була. 80—90‑сы йй. башында Ш. сәйәси төҫ ала. Шағирҙар яңынан хитап жанрына мөрәжәғәт итә (мәҫ., Р.Т.Бикбаев “Халҡыма хат”). 20 б. аҙ. — 21 б. башы Ш. фольклор, көнсығыш әҙәбиәте традицияларына мөрәжәғәт, форма өлкәһендә эксперименттар күҙәтелә (Ҡ.Аралбай, Ғ.Ғ.Ишкинин, И.Л.Кинйәбулатов, Х.Назар, Ә.Үтәбай, Р.Шәкүр, А.Р.Юлдашбаев һ.б.). Шағир шәхесе эволюцияһында яңы сиктәрҙе, милләттең рухи тормошондағы тарихи үҙгәрештәрҙе асыҡлаған шағирәләр ижады айырым урын алып тора (А.Р.Ғарифуллина, Т.Ғәниева, Т.С.Дәүләтбирҙина, Т.Искәндәриә, Г.М.Ҡотоева, Ф.Һ.Туғыҙбаева, З.М.Ханнанова, Г.Юнысова һ.б.). Шиғри һүҙҙең һыйҙырышлығы һәм тәрәнлеге, үткән тарихи тәжрибә аша хәҙергене аңларға тырышыу, дөйөм кешелек проблемалары, мәңгелек категориялар һәм төшөнсәләр т‑да уйланыуҙар, дөрөҫлөккә һәм шиғри камиллыҡҡа ынтылыш — Ш. айырып торған һыҙаттар. Хәрәкәтсән, ирекле жанр формалары барлыҡҡа килә, лирик монолог киң тарала. Лириканың тематикаһын киңәйткән, уны эпик әҫәргә яҡынайтҡан шиғри циклдар ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Сәсәндәр мәктәбе традициялары тергеҙелә.

Ш. теорияһына Бикбаевтың “Замандың шиғри йылъяҙмаһы” (1980), “Ваҡыт. Шағир. Халыҡ” (“Время. Поэт. Народ”, 1986), Ә.Х.Хәбировтың “Шиғриәт илендә” (2006), Ғ.Б.Хөсәйеновтың “Башҡорт совет поэзияһының үҫеү йылдары” (1968), “Башҡорт совет поэзияһы. 1917—1980” (“Башкирская советская поэзия. 1917—1980”, 1983) В.И.Әхмәҙиевтың “Быу­ындар бәйләнеше” (1985), К.Ә.Әхмәтйәновтың “Шиғриәт иленә сәйәхәт” (1967), “Матурлыҡ. Батырлыҡ. Шиғриәт” (1982), “Поэтик образлылыҡ” (1979—1994) хеҙмәттәре арналған.

Әҙәб.: Башҡорт шиғриәте антологияһы. Өфө, 2001; Бикбаев Р.Т. Эволюция современной башкирской поэзии. М., 1991; шулуҡ. Тенденции развития современной башкирской поэзии //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2002. Т.7. №4.

 Л.Н.Абдрахманова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019