Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИҒЫР ТӨҘӨЛӨШӨ

Просмотров: 466

ШИҒЫР ТӨҘӨЛӨШӨ, шиғри телмәрҙең өн составын ойоштороу ысулы. Үлсәү нигеҙе итеп алынған һәм шиғырҙың ритм барлыҡҡа килтереүсе компоненты булып торған элементтарға бәйле Ш.т. шиғыр юлдарындағы ижек һандарының тигеҙ бу­лыуына нигеҙләнгән силлабик; шиғри юлдарҙа баҫымдар һаны бер төрлө, ижектәр һаны төрлө булыуға нигеҙләнгән тоник; юлда баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәрҙең дөрөҫ сиратлашыуына нигеҙләнгән силлабо‑тоник; юлда оҙон һәм ҡыҫҡа ижектәрҙең сиратлашыуына нигеҙләнгән квантитатив, йәки метрик төркөмдәре айырыла. Шулай уҡ Ш.т. текстың өн берәмектәрен ҡабатлау системаһы: өндәр (аллитерация, ассонанс), ижектәр (рифма), һүҙҙәр (рефрен), синтаксик конструкциялар (парал­лелизм) һ.б. ярҙам итә. Башҡорт Ш.т. силлабик системаға нигеҙләнгән, был телдең агглютинатив (ҡара: Агглютинация) төҙөлөшө м‑н аңлатыла. Башҡорт силлабикаһы ш. уҡ цезураның (шиғыр юлын ике берәмеккә айырған ритмик пауза) сим­метрик урынлашыуына бәйле. Башҡорт Ш.т. боронғо формаһы — ҡобайырҙарҙа ҡулланылған 7 юллы үлсәм. Оҙон көйҙә — 10, 9 юллы, ҡыҫҡа көйҙә — 8, 7 юллы, бәйеттәрҙә — 11, 12 юллы үлсәмдәр ҡулланыла. Башҡорт шиғриәтенең Ш.т. үҫеше системаһында боронғо төрки әҙәбиәтендә таралған аллитерацон шиғыр (бер төрлө тартынҡы өндәрҙең ҡабатланыуы) традициялары күҙәтелә. 17—19 бб. шиғриәтендә ғәрәп‑фарсы әҙәбиәтенән (ҡара: Көнсығыш әҙәбиәте) үҙләштерелгән ғаруз (метрик Ш.т. нигеҙләнгән) шиғыры өҫтөнлөк итә. Хәҙ. башҡорт шиғырын интонацион төҙөлөшө б‑са традицион (көйлө) һәм һөйләү типтарына бүлергә мөмкин. Шиғырҙың интонацион төҙөлөшө әҫәрҙең жанр үҙенсәлектәре­нә бәйле: көйлө шиғыр — интим лирикала, һөйләү хикәйәләүсе һәм драматик жанрҙарҙа йышыраҡ осрай. Шулай уҡ ирекле шиғыр формалаша.

Әҙәб.: Хөсәйенов Ғ.Б. Башҡорт шиғыры. Шиғриәт һүҙлеге. Өфө, 2003.

 Р.Х.Фәтҡуллина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019