Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИКИНА Людмила Васильевна

Просмотров: 386

ШИКИНА (Михалкова) Людмила Васильевна [20.1.1932, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Ермолаевка а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны)], шағирә. Мәскәү пед. ситтән тороп уҡыу ин‑тын (1958), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын (Мәскәү, 1964) тамамлаған. 1949 й. алып Көйөргәҙе р‑нының Михелёвка башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы. 1952 й. башлап Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй (1965 й. тиклем пед. эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнгән). “Йәштәш” (“Ровесница”; 1966), “Һынау” (“Испытание”; 1970), “Ҡояш сәғәте” (“Час солнца”; 1982), “Инештәр” (“Истоки”; 1984) һ.б. шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы. Ш. шиғриәтенә ихласлыҡ, тематик төрлөлөк: хәтер һәм бөгөнгө көн, киләсәккә ышаныс, урыҫ ҡатын‑ҡыҙының яҙмышы һ.б. хас. Ижадын­да кесе ватан темаһы ҙур урын алып тора. “Көйөргәҙе аҡҡан ерҙә” (“Где течёт Куюргаза”), “Ермолаевка” шиғырҙары Ш. тыуған ауылына һәм унда йәшәүселәргә, “Салауат” (“Салават”) шиғыры Салауат Юлаевҡа арналған. К.К.Кинйәбулатова, Ғ.Й. Рамаҙанов, Г.Юнысова һ.б. әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. “Сталинград” Бөтә Рәсәй әҙәби пр., А.Т.Твардовский ис. пр. (икеһе лә — 2004) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1984).

Әҫәрҙ.: Избранное. Стихотворения. Поэмы. Баллады. Сказы. М., 1989; Брат мой: стихи, поэма. М., 1992; Огонь‑дорога. М., 2001.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019