Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИКӘЙӘТНАМӘ

Просмотров: 412

ШИКӘЙӘТНАМӘ, публицистик жанр; ниндәй ҙә булһа чиновник йәки айырым шәхес өҫтөнән ялыу м‑н дәүләттең юғары вазифа биләгән кешеләренә яҙма мөрәжәғәт. Башлыса, айырым кеше тарафынан яҙыла, күмәк Ш. баш күтәреү һ.б. күмәк сығыштар т‑да алдан иҫкәртә. Өфө өйәҙе башҡорттарының батша Пётр I яҙған күмәк Ш. (1706) батша наместнигы А. Сергеевҡа ҡарата ялыу һәм халыҡтың баш күтәреү мөмкинлеге т‑да иҫкәртеү сағыла. Императрица Елизавета Петровнаға яҙылған “Батыршаның батшаға яҙған хаты”нда Ш. элементтары осрай, унда башҡорттарҙың һәм мишәрҙәрҙең аяныслы хәленең сәбәптәре асып бирелә, урындағы чиновниктарҙың баш‑баштаҡлыҡтары, халыҡты иҡт. һәм дини иҙеү т‑да бихисап факттар килтерелә. 19 б. Ырымбур һәм Өфө губернаторҙарына ебәрелгән Ш. күбеһенсә башҡорт ерҙәрен вәхшиҙәрсә та­лау тасуирлана. Шиғри Ш. формаһына М.И.Өмөтбаев һәм М.Ғафури мөрәжәғәт итә.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019