Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИЛОВ Сергей Леонидович

Просмотров: 340

ШИЛОВ Сергей Леонидович (18.8. 1955, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2008). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) “Бу­лат” ПБ‑ның мед.‑санитария бүлегендә эшләй (Златоуст ҡ.). 1997 й. алып БДМУ клиникаһында, бер үк ваҡытта 2000 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта, 2014 й. — 43‑сө поликлиникала эшләй (Өфө). Фәнни эшмәкәрлеге ашҡаҙан‑эсәк юлының пла­стик һәм реконструктив хирургияһы, ҡан тамыры ауырыуҙарын хирургик дауалау мәсьәләләренә арналған. Ш. ҡатнашлығында ашҡаҙан һәм эсәктәр резекцияһы өсөн гофрировкалы ҡыҫҡыс, ашҡаҙан‑эсәк юлы хирургияһында эсәк‑ара анастомоз формалаштырыу ысулдары һ.б. эшләнә. 65‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 11 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Профилактика осложнений в реконструктивной хирургии желудочно‑кишечного тракта. Уфа; М., 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019