Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИМАНОВ Николай Степанович

Просмотров: 359

ШИМАНОВ Николай Степанович (3.5.1919, Ҡазан губ. Ҡырлаңғы а. — 2.6.1988, Өфө), гистолог. Биол. ф. д‑ры (1954), проф. (1954). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ветеринария ин‑тын тамамлаған (1941). 1948 й. алып Воронеж зоотехния‑ветеринария ин‑тының гистология каф. мөдире, бер үк ваҡытта Воронеж мед. ин‑тында уҡыта. 1955 й. башлап БДМИ‑ла эшләй: гистология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1958—61 йй. фәнни эштәр б‑са проректор. 1975 й. алып БДПИ‑ның гистология каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге эмбрион осоронда аш һеңдереү системаһы ағзаларының иннервацияһы үҫешен, кешенең ҡан элементтарын, йорт хайуандарының гистологияһын өйрәнеүгә арналған. 30‑ға яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1949, 1985).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019