ШИНКОВА Матрёна Васильевна
361
ШИНКОВА Матрёна Васильевна (9.4.1921, ТАССР‑ҙың Һалдат Ҡондоҙо а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1932 й. алып Бәләбәй р‑нының М.Горький ис. тоҡомсолоҡ з‑дында эшләй (1936—81 йй. сусҡа ҡараусы). Юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшә: 1982 сусҡа балаһын ҡабул итә һәм һаҡлап ҡала (1963—65), айырғанда (2 айлыҡта) уртаса ауырлығы 22,3 кг тәшкил итә (1968—69). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966).
Хеҙм.: Опыт выращивания племенных поросят. Уфа, 1968.
Әҙәб.: Баронова А. Так отдаваться делу //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. Г.А.Миһранова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: