ШИПОВ Анатолий Константинович
ШИПОВ Анатолий Константинович (17.3.1903, Ярославль губ. Тимонино а. — 10.12.1992, Ярославль ҡ.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1949), проф. (1950). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1964). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1930) Рыбинск ҡ. мед. учреждениеларында, бер үк ваҡытта 1932—34 йй. Иваново мед. ин‑тында эшләй. 1935 й. алып Молотов мед. ин‑тында уҡыта, 1941 й. башлап 3147‑се эвакуация госпиталенең (Молотов ҡ.) нач. һәм төп хирургы, 1944 й. — Молотов мед. стоматология ин‑тының оператив хирургия һәм топографик анатомия каф. мөдире һәм бер үк ваҡытта Молотов т. юлының баш хирургы. 1951 й. алып БДМИ‑ла госпиталь хирургияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1956 й. башлап декан. 1958 й. алып Рязань мед. ин‑тының дөйөм хирургия каф. мөдире, 1961— 81 йй. Ярославль мед. ин‑тында уҡыта (1973 й. тиклем госпиталь хирургияһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге аҫҡы ҡыуыш вена системаһы тамырҙарының топографик анатомияһын, пуля яралаған йөрәк һәм перикард клиникаһын һәм патологияһын өйрәнеүгә, эске ағзаларға операциялар яһағанда хирургик техниканы камиллаштырыуға арналған. Респ. тәүгеләрҙән булып йөрәккә операция яһаған. 105 фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1953).
Хеҙм.: Клиническая хирургия. Ярославль, 1969.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина