Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИРЯЕВ Иван Андреевич

Просмотров: 723

ШИРЯЕВ Иван Андреевич (16.6. 1896, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Черношарский ҡсб — 3.10.1950, Силәбе өлк. Магнит­ка ҡсб), Дан орд. тулы кавалеры. Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1922 й. алып Дыуан р‑нында: 1928 й. башлап ярлылар ком‑ты рәйесе, 1931 й. — В.И.Ленин ис. к‑з рәйесе, 1935 й. — “1 Май” к‑зында, 1937 й. — Ярославка МТС‑ында эшләй. 1914 й. алып рус армияһында, 1943 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. апр. алып Көнбайыш һәм 2‑се Белоруссия фронттарында 33‑сө армияның 42‑се уҡсылар див. 455‑се уҡсылар полкының 7‑се ротаһында уҡсы булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н Ш. 1943 й. 16 нояб. Белорус ССР‑ының Казьянские утары һәм 1944 й. 14 июлендә Жидомля а., 1944 й. 12 сент. Ломжа ҡ. (Польша) тирәһендә барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Златоуст мәғдән идаралығында (Магнитка) эшләй. 1‑се (1945), 2‑се һәм 3‑сө (1944 й. авг. һәм марты) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Магниткала Ш. исеме м‑н урам аталған, хакимиәт бинаһына уға мемориаль таҡтаташ, Дыуан р‑ны Мәсәғүт а. һәйкәл ҡуйылған.

Н.И.Черепанова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019