Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИХАН‑ИШЕМБАЙ БИЛӘНЕ

Просмотров: 555

ШИХАН‑ИШЕМБАЙ БИЛӘНЕ, Урал алды бөгөлөндәге беренсе дәрәжәле тектоник структура. Н.С.Шатский тарафынан айырып күрһәтелә (1945). Төньяҡта Ағиҙел депрессияһы, көньяҡта Мораҡ депрессияһы м‑н сиктәш. Урал алды бөгөлөнөң формалашыу процесында Көньяҡ Татар көмбәҙенең көньяҡ‑көнсығыш сиге Ш.‑И.б. әйләнә. Билән сиктәрендә Урал алды бөгөлөнә хас булған субкиңлек һәм субмеридиональ тектоник зоналар һаҡлана. Киңлек йүнәлешендә Ш.‑И.б. үлсәме ҙур булмағанлыҡтан субмеридиональ зона айырыуса ныҡ билдәләнә: платформанан Уралға табан тышҡы (риф массивтары зонаһы), үҙәк (кинйәбулат тибындағы йыйырсыҡтар зонаһы) һәм эске (алғы йыйырсыҡтар зонаһы) тектоник өлкәләр ай­ырыла. Ишембай тибындағы риф массивтарына төньяҡтан көньяҡҡа (Ш.‑И.б. сиктәрендә) 390 м алып (Борон риф масси­вы) 500 м тиклем (Ишембай) арта барған тәрәнлек, ҙур булмаған үлсәм (Ишембай риф массивын иҫәпкә алмағанда), уларҙы ҡаплаған һаҡмар‑әртә ултырмаларының тулы киҫелеше, текә көнсығыш битләүҙәр хас. Кинйәбулат тибындағы йыйырсыҡтар зонаһында Цветаевка, Сәлих, Кинйәбулат, Тәйрүк йыйырсыҡтары табыла, уларға рельеф асыҡлығы; нефть һәм газ кол­лекторҙарының өҫтөн булған ярыҡ тибы; дизъюнктив боҙоҡлоҡҡа тура килеү; 5:1 һәм унан да күберәк оҙонлоҡ м‑н киңлек нисбәте хас. Ш.‑И.б. эске зонаһында алғы йыйырсыҡтар билдәләнмәй; Урал йыйырсыҡлы системаһының алғы йыйырсыҡтары төньяҡтараҡ һәм көньяҡтараҡ тар, оҙон, юғары амплитудалы (180—200 м тиклем) антиклиналдәр (субмеридиональ йүнәлешле оҙонлоғо 15—30 км, киңлеге 8—10 км) морфологияһына эйә. Ш.‑И.б. сиктәрендә өҫкә ырғытыу‑ҡаплау шыуҙырмаһы тибындағы төбәк дизъюнктивтары күҙәтелә (башлыса Ҡарлы‑Волостновка‑Тәүәкән дизъюнктивы өйрәнелгән). Субкиңлек зо­налары көнбайыш—төньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле һынылыштар м‑н блоктарға бүленә. Ш.‑И.б. Покровка‑Ишембай (Волост­новка), Цветаевка‑Кинйәбулат нефть туплау зоналары формалаша. 9 нефть һәм тәбиғи газ ятҡылығы асыла.

Е.В.Лозин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019