Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИШКОВ Михаил Фёдорович

Просмотров: 400

ШИШКОВ Михаил Фёдорович [17.10.1921, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Кәлтә а. (БР‑ҙың Иглин районы) — 5.9.2015, Николаев ҡ., Украина], лётчик, Украина Хәрби Һауа көстәре генерал‑майоры (2001). Советтар Союзы Геройы (1944). СССР‑ҙың атҡаҙанған хәрби лётчигы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Энгельс хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1941), Хәрби‑диңгеҙ академияһын (Ленинград ҡ., 1957) тамамлаған. 1940 й. алып Совет армияһында. 1943 й. башлап Балтик флотының Хәрби Һауа көстәрендә хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се мина‑торпедо авиация дивизияһы 1‑се гвардия мина‑торпедо авиация полкының звено командиры гвардия лейтенанты Ш. 75 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1975) Диңгеҙ авиацияһының осоусы составын хәрби ҡулланыу һәм өйрәтеү үҙәге (Николаев ҡ.) начальнигы булып эшләй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944 й. феврале, май һәм июле), 2‑се дәрәжә Ушаков (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1960), Ҡыҙыл Йондоҙ (1955, 1957), 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн” ордендары, сит ил ордендары менән бүләкләнгән. Тыуған ауылында һәм Иглин районының Иглин а. Ш. һәйкәлдәр, Николаев ҡ.  ул йәшәгән йортҡа, Кәлтә урта һәм 19‑сы Өфө ҡ. мәктәптәре биналарына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.06.2022