Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘБДРӘХИМ, З ә х и м, Мәсетле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 368

ӘБДРӘХИМ, З ә х и м, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Йонос а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 15 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 155 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 492 кеше; 1920 — 567; 1939 — 421; 1959 — 460; 1989 — 261; 2002 — 326; 2010 — 324 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Оло Ыҡтамаҡ башҡорт гимназияһы филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. башында Себер даруғаһы Ҡошсо улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Башҡорт ихтилалдарын (1735–40) баҫтырыу барышында яндырыла, һуңынан тер­геҙелә. 1795 й. 15 йортта 78 кеше йәшәгән. Тәүге төпләнеүсе Әбдрәхим батыр исеме м‑н аталған.Риүәйәт б‑са ғәҙәттән тыш көскә эйә булғаны өсөн Әбдрәхимде Зәхим (фарс. “көслө”, “ғәйрәтле”) тип йөрөткәндәр. Шулай уҡ Миҙәт булараҡ билдәле. 1865 й. 44 йортта 248 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019