Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИШМӘ, ҡала тибындағы ҡасаба

Просмотров: 423

ШИШМӘ, ҡала тибындағы ҡасаба, Шишмә р‑ны үҙәге (1946 й. алып); т. юл станцияһы. Өфөнән К.‑Көнб. табан 57 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Дим й. басс.) буйында, Өфө—Шишмә, Шишмә—Аксёнов—Ҡырғыҙ‑Миәкә, Шишмә—Языков— Саҡмағош автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,1; 1920 — 0,9; 1939 — 1,7; 1959 — 7,4; 1989 — 18,6; 2002 — 21,0; 2010 — 21,2. Татарҙар, урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Шишмә шәкәр заводы, Шишмә һыуытыу комбинаты, Шишмә тәжрибә-производство хужалығы, “Шишмә” ААЙ, “Аргон”, Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге, һөт з‑ды, емеш питомнигы с‑зы, элеватор, тимер‑бетон з‑ды, инкубатор‑ҡошсолоҡ ст. эшләй. Агросәнәғәт колледжы, гимназия, 4 урта мәктәп (ш. иҫ. Шишмә урта мәктәбе №1), Балалар сәнғәт мәктәбе, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, 8 балалар баҡсаһы, ДЮСШ, үҙәк район дауаханаһы, 4 үҙәк район китапханаһы, мәҙәниәт һарайы (9 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы, ш. иҫ. Шишмә татар халыҡ театры), тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәсет, сиркәү бар.

Ҡасабаға 1888 й. Өфө өйәҙендә Һамар—Златоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлы төҙөлөүгә бәйле Шишмә станцияһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1896 й. 5 йортта 32 кеше йәшәгән. 1906 й. Шишмә а. м‑н бергә иҫәпкә алынған. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1920 й. һәм 1946 й. башлап ҡала тибындағы ҡасаба. 40—50‑се йй. Ш. Кирбес з‑ды, Нефтебаза, Ҡошсолоҡ комб‑ты, Элеватор, Шишмә МТС‑ы, 1‑се һәм 2‑се Шишмә т. юл станциялары ҡасабалары ҡушыла. М.М.Биғлов, А.В.Близнецов, Г.А.Зайцев, Ш.Ш.Ибраһимов, А.Р.Йәнекәев, Т.Г.Майстренко, Р.Ә.Садиҡов, Н.З.Солодилова, В.К.Суркова, Ф.Ш.Тереғолов, В.И.Хәйруллин, З.М. Шәрипҡолова ошо ҡасабала тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019