Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘБДРӘШИТ, Дыуан р‑нындағы ауыл

Просмотров: 399

ӘБДРӘШИТ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Мәсәғүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 10 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 496 кеше; 1920 — 555; 1939 — 397; 1959 — 351; 1989 — 328; 2002 — 376; 2010 — 402 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы (Мәсәғүт лицейы филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Себер даруғаһы Һарт улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1735 й. алып Һарт (Әлекәй) исеме м‑н билдәле. 18 б. 70‑се йй. алып хәҙ. исемен (старшина ярҙамсыһы Әбдрәшит Әлекәев исеменән) йөрөтә. 1795 й. 33 йортта 204 кеше йәшәгән, 1866 й. 49 йортта — 332 кеше. Шулай уҡ Ғәбдрәшит булараҡ теркәлгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, арба һәм сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Өмәтәй Ураҙымбәтов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019