Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИШМӘ ТОРАҺЫ II

Просмотров: 383

ШИШМӘ ТОРАҺЫ II, Энеолитҡа ҡараған археологик ҡомартҡы. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ уртаһына ҡарай. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Шишмә а. көньяҡҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Өршәк й. бейек булмаған уң ярында урынлашҡан. 1980 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла һәм 1981—82 йй. өйрәнелә. 252 м2 ер ҡаҙылған. Ярым ер өй рәүешендәге усаҡлы торлаҡ (11×5 м) табылған. 880 әйбер асылған. Керамика һауыт өлөштәренән (271) ғибәрәт, ш. иҫ. уларҙың ҡайһы берҙәре (67) тешле штамп эҙҙәре м‑н биҙәлгән. Саҡматаштан һәм йәшмәнән эшләнгән әйберҙәр: уҡ башаҡтары (102), ҡырғыстар (6), бысаҡ һымаҡ пластиналар (3), төйгөстәр (2), арҡыры балта, ш. уҡ ҡара төҫтәге биҙәге булған тура мөйөш формаһындағы тальк “үтек”, һөйәк тишкес һәм хайуан һөйәктәре табылған. Ҡомартҡы Урал алдына Суртанды мәҙәниәте ҡәбиләләренең килеп улты­рыу процесын сағылдыра. Ш.т.II материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019