Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИШМӘ‑БОРАЙ, Борай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 364

ШИШМӘ‑БОРАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Таҙлар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 16 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 922 кеше; 1920 — 949; 1939 — 597; 1959 — 500; 1989 — 202; 2002 — 173; 2010 — 140 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1721 й. алып билдәле. 18 б. 2‑се ярт. мариҙар иҫәпкә алынған. 1795 й. 39 йортта 311 кеше йәшәгән, 1865 й. 83 йортта — 442 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ғ.Ғ.Мирхазов, И.Ә.Саяпов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019