Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШИШМӘ‑УРАҠАЙ, Асҡын р‑нындағы ауыл

Просмотров: 329

ШИШМӘ‑УРАҠАЙ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Арбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 136 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 625 кеше; 1920 — 768; 1939 — 754; 1959 — 598; 1989 — 434; 2002 — 370; 2010 — 245 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Арбаш урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Һунлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1723 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр Үрәкәй исеме м‑н нигеҙ һала. Һуңыраҡ ш. уҡ шарттарҙа бында Бөрө өйәҙе (хәҙ. Ҡариҙел р‑ны) Яугилде а. мишәрҙәр күсеп ултырған. Исеме гидронимдан (Шишмә Үрәкәй) алынған. 19 б. уртаһында ауылға 19 б. 1‑се ярт. нигеҙләнгән Яңы Солтанғол а. ҡушылған. Шулай уҡ Шишмә, Солтанғол, Шишмә‑Үрәкәй булараҡ теркәлгән. 1865 й. Шишмә а. (Үрәкәй, Яңы Солтанғол) 41 йортта 248 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 19 б. аҙ. алып хәҙ. исемен йө­рөтә. 1906 й. мәсет (1896 й. төҙөлгән), бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019